"Талҡанда бар ҙур сихәт"
Ноябрь 4, 2025
Просмотров: 232
Бөгөн мәҙәниәт йортонда "Талҡанда бар ҙур сихәт" тип аталған матур сара булып үтте. Был байрамда "Түңгәүер" фольклор ансамбле, Алғаҙы ауылы ағинәйҙәре һәм уҡыусылар ҡатнашты. Талҡан эшләү, уның файҙаһы тураһында Әлфиә Әғзәм ҡыҙы, Рима Таштимер ҡыҙы таныштырҙы. Фәриҙә инәй үҙенең талҡанға бәйле хәтирәләре менән бүлеште. Алғаҙы ауылынан Ғәбиҙә апай ҡурмас ҡурып алып килгән һәм барыһына ла ауыҙ иттерҙе.Шулай уҡ яңы ғына тартылған талҡанданды ла тәмләп ҡаранылар.Тамашаны инәйҙәр башҡарыуында таҡмаҡтар, моңло йырҙар һәм "Хазина" фольклор ансамбленең бейеүҙәре биҙәне.