1. Учителям
  2. Новости
  3. "Ҙур ғаилә уйындары"

"Ҙур ғаилә уйындары"

Октябрь 3, 2025 Просмотров: 16
"Орлята России " программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бөгөн беҙҙең мәктәбебеҙҙә "Ҙур ғаилә уйындары" ның мәктәп этабы гөрләп үтте! Башланғыс класс уҡыусылары, ата-әсәләре менән көс һынаштылар. Ярыш бик ҡыҙыу барҙы,барыһы ла еңеүгә ынтылды! Был сарала-Алсыновтар, Мурзиндар, Булатовтар һәм Суфияновтар ҡатнашып, үҙҙәрен ысын команда итеп күрһәттеләр! Әсәйҙәр балалары менән һынауҙарҙы уңышлы үттеләр, бер-береһенә ярҙам иттеләр һәм һәр уңышҡа ҡыуандылар! Был ярыш ҡына түгел, ә ысын берҙәмлек һәм ғаилә йылыһы байрамы булды. Был онотолмаҫлыҡ көн өсөн ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт!