Балалар өсөн күңелле ял
Сентябрь 29, 2025
Просмотров: 320
Йома көнө күрше райондан килгән ҡунаҡтарыбыҙ төрлө йәштәге балалар өсөн күңелле ял ойошторҙолар. Ҡыҙыҡлы уйындар, төрлө уйынсыҡтар, батутта һикереү, тәмле попкорн, сахарная вата балаларҙың күңеленә хуш килде. "Панда" ның көтмәгәндә сюрприз эшләүе бигерәк тә оҡшаны.Иҫтәлеккә фото төштөләр, барыһы ла был саранан ҡәнәғәт булып таралыштылар.