1. Ученикам
  2. Новости
  3. 8 ноябрь-Рәсәйҙә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре Хәтер көнөн билдәләй

8 ноябрь-Рәсәйҙә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре Хәтер көнөн билдәләй

Ноябрь 9, 2023 Просмотров: 171
8 ноябрь-Рәсәйҙә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре Хәтер көнөн билдәләй. Йыл һайын был көндө хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙы иҫкә алалар. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләү абруйлы ла, шулай уҡ хәүефле лә булып тора. Енәйәтселек һәм терроризмға ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында булған полиция хеҙмәткәрҙәре һәм эске ғәскәрҙәр хәрбиҙәре көн һайын үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Хәрби эш юғалтыуҙарһыҙ булмай. Был көндө илдең бөтә төбәктәрендә лә тантаналы һәм иҫтәлекле саралар үткәрелә. Шул уңайҙан мәктәпкә уҡыусылар менән осрашыуға, ауылдашыбыҙ Рим Әхмәт улы Ишйәров иҫтәлегенә, уның әсәһен Әминә инәй Ишйәрованы саҡырҙыҡ. Ул уҡыусыларға улының баласағы, уҡыусы- студент саҡтарын, әрмеләге, Чечняла һуғышта йөрөгән ваҡыттарын һөйләне. Рим Ишйәровтың шәхси әйберҙәрен, кейемдәрен, фотоларын күрһәтеп үтте. Йыл да Рим Ишйәров иҫтәлегенә үткәрелгән спорт ярыштарында еңгән уҡыусыларҙы бүләкләп торған Әминә һәм Әхмәт Ишйәровтарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.