Шәмбе көнө хәрби- патриотик айлыҡҡа ла, сәләмәтлеккә ла бағышланған уйындар булып уҙҙы.

Февраль 11, 2022 Просмотров: 76
Шәмбе көнө хәрби- патриотик айлыҡҡа ла, сәләмәтлеккә ла бағышланған уйындар булып уҙҙы. Башланғыс һәм урта класс уҡыусылары тышта саф һауала тауҙан шыуҙылар, саңғыла йөрөнөләр, уйындар уйнанылар. Өлкән класс уҡыусылары һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре командаларға бүленеп волейбол уйнанылар. 11 класс уҡыусылары беренсе урынды, мәктәп хеҙмәткәрҙәре икенсе , 10, 9 класс уҡыусылары өсөнсө урынды бүлештеләр.
Хәрби Патриотик айлыҡта "Ҡаһарманлыҡ, Батырлыҡ, Хәтер" темаларына ҡағылышлы дәрестәр үткәрелә. Ауылдашыбыҙ Булатов Илдар Ишмырҙа улы һәм Бөйөк Ватан һуғышындағы Курск алышына бағышланған дәрестәр уҙҙы.
10 класс егеттәре Хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә обелискыны ҡарҙан таҙарттылар.