"Уҡытыусылар көнө"
Октябрь 3, 2025
Просмотров: 25
3 октябрь, йома көнө мәктәптә "Уҡытыусылар көнө"н билдәләп үттек. Иртәнсәктән байрамыбыҙ сәбәпселәрен күңелле һынауҙар көтә ине. 8 синыфтар тарафынан әҙерләнгән сюрприз да уҡытыусыларға бик оҡшаны. Һуңынан уҡыусылар үҙҙәре әҙерләгән концерт программаһын тәҡдим иттеләр. Матур йырҙар
, дәртле бейеүҙәр
менән һуғарылған тамашала остаздарына арналған рәхмәт һүҙҙәре лә яңғыраны. Байрам һуңында оҙаҡ йылдар ғүмерен балаларға бағышлаған, үҙ эшен яратып башҡарған физика һәм математика фәндәре буйынса уҡытыусы Әбделғафаров Рәшит Шәрифйән улын 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотланыҡ.
Байрам бик матур үтте. Ә иң мөһиме: уҡыусыларыбыҙ үҙҙәрен уҡытыусылар урынына ҡуйып, һәр береһенә йөкмәтелгән бурысты бик яҡшы итеп атҡарып сыҡтылар. 